Бөтә яңылыҡтар

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Илфат ӘБЙӘЛИЛОВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Яҡут ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, яратҡан мырҙабыҙ, ҡәйнешебеҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ - Илфат Айрат улы ӘБЙӘЛИЛОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, йор һүҙле, тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге теләктәр менән абзыйың Азат, еңгәң Венера, ҡәйнешең Таһир, киленең Рәсимә, һылыуҙарың Оксана, Юлиә, кейәүҙәрең Марсель, Илнур һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: