Бөтә яңылыҡтар
10

Оҙон булһын ғүмерең, тыныс булһын күңелең

Йәннәт АҠҺАРОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Оҙон булһын ғүмерең, тыныс булһын күңелең
Оҙон булһын ғүмерең, тыныс булһын күңелең

Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле һәм хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ - Йәннәт Абделһаҡ ҡыҙы АҠҺАРОВАны оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Яҡындары өсөн өҙөлөп тороусы, яҡты йөҙлө, изге күңелле, ярҙамсыл, һәр яҡлап та уңған ҡоҙағыйыбыҙға бәхетле, оҙон ғүмер, ҡоҙабыҙ Фәтҡулла менән тигеҙлектә, һаулыҡта, матур, ҡотло йортоғоҙҙа, терәк-кәрәк булып, тағы ла күп йылдар бергә-бергә, аралашып йәшәргә насип булһын!
Ҡотло булһын юбилейың!
Оҙон булһын ғүмерең,
Тыныс булһын күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Сәскә бәйләмдәре ҡорор ул.
Ҡоҙа менән тигеҙ йәшәгеҙ һеҙ
Нисек матур парлап йөрөгәндә
Шулай бергә ҡаршылағыҙ,
Беҙ һағынып барып кергәндә.
Ҡотлау менән ҡоҙа, ҡоҙағый, ҡоҙасаларың Саттаровтар, Исламғоловтар.

Автор:
Читайте нас: