Бөтә яңылыҡтар

Оҙон һәм тигеҙ ғүмер итеүеңде теләйбеҙ

Лениза БАСЫРОВАны ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Оҙон һәм тигеҙ ғүмер итеүеңде теләйбеҙ
Оҙон һәм тигеҙ ғүмер итеүеңде теләйбеҙ

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, һөйөклө һылыуым, апайыбыҙ, инәйебеҙ - Лениза Шәүҡәт ҡыҙы БАСЫРОВАны күркәм ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ шул тиклем уңған, тырыш, ҡулынан килмәгән эше юҡ, бөгөнгө көндә "Искра" колхозында бухгалтер булып эшләп йөрөй. Тегеүгә, сигеүгә, аш-һыуға оҫта ул, үҫтергән гөл-сәскәләре тәҙрә төптәрендә, ишек алдарында күҙҙең яуын алып, кешене ҡыуандырып тора. Кейәүебеҙ Наиль менән бәхетле тормошта, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиәләп, юғары белемле итеп, оло тормош юлына баҫтырҙылар, бөгөнгө көндә бәхетле олатай-өлөсәй булып йәшәйҙәр.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, бәхет, шатлыҡтар, балаларығыҙҙың ҡыуаныстарын, шатлыҡтарын, изгелектәрен күреп, уларға терәк-таяныс булып, бәрәкәтле, мул тормошта, оҙон һәм тигеҙ ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән апайың Тәскирә, туғандарың Рәсил, Ләйсән, кейәүең Раиль һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: