Зәк-Ишмәт ауылы
Хөрмәтле класташыбыҙ Лена Баязит ҡыҙы БӘШИРОВА бөгөн ғүмер миҙгеленең матур байрамы - ҡатын-ҡыҙҙың аҡыл туплаған, аҫыл, иң күркәм осоро 55 йәшлек юбилейын ҡаршы ала.
Ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ һине күркәм байрамың менән. Һиңә сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле, парлы оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын.
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
55 йәшлек оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң олоһон
Көндәрҙең дә бәхетлеһен генә
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән класташтарың.