Абдул ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Ырымбур ҡалаһында йәшәүсе ЯҠУПОВ Рәфис Наил улын күркәм ғүмер байрамы- 35 йәшлек юбилей менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яҙғы ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән матур айҙа тыуғанғамы, һин сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, гүзәл дә, эшлекле лә! Һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
Юбилейың менән ҡотлап,
Теләйбеҙ һиңә теләк.
Бул һин шулай гел ярҙамсыл,
Туғандарыңа терәк.
Теләйбеҙ оҙон ғүмерҙәр,
Теләйбеҙ ныҡлы һаулыҡ.
Беләбеҙ бит бөтәбеҙ ҙә
Ныҡлы һаулығың-байлыҡ.
Аҡ сәскәләр кеүек ап-аҡ
Булһын һинең бәхетең.
Яндарыңда көлөп торһон
Һәр саҡ хәләл ефетең.
Балаларың иҫән булһын,
Имен булһын донъялар,
Иман инһен йортоғоҙға,
Яңғыраһын доғалар!
Ҡотлау менән һине яратҡан һәм хөрмәт иткән туғандарың.