Бөтә яңылыҡтар

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Рифат ВАХИТОВты ҡотлайбыҙ!

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Күмертау ҡалаһы
Хөрмәтле коллегабыҙ - ВАХИТОВ Рифат Рәҡип улын тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдыү изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит.
Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ тыуған көнөң менән,
Һинең йәшең – сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.

Кинйә Арыҫланов исемендәге халыҡ фольклор ансамбле коллективы, Күмертау ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: