Ялсыҡай ауылы
21 апрель көнө, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле. иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ - Нәсимә Ғиниәт ҡыҙы МӨРСӘЛИМОВА - 85 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай, беҙ уны ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡояшыбыҙ, алтыныбыҙ, һине ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ. Һинең киң күңелеңдә, оло йөрәгеңдә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә урын бар. Һин беҙҙең барыбыҙҙы ла хәстәрләп, уйлап, барыбыҙға ла һөйөү, наҙыңды бүләк итеп, беҙҙең өсөн доғалар ҡылып йәшәйһең. Яратҡан, ҡәҙерле атайыбыҙ менән матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырҙығыҙ. Ҙур-ҙур рәхмәт һеҙгә!
Алдағы көндәреңдә һиңә күңел тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы булған, аяҡ, бәхетле көндәр теләйбеҙ. Беҙ, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрәҙреңдең ҡәҙер хөрмәтен тойоп, изгелектәрен генә күреп, шатлыҡтарыбыҙға һөйөнөп, йортобоҙҙоң яҡты нурын һаҡлап тыныслыҡта тағы оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ!
Беҙ һине яратабыҙ!
Юбилейың ҡотло булһын, Әсәй
Оҙаҡ йылдар яҙһын йәшәргә.
Ҡосағыңа беҙҙе ҡосоп алып
Балам тиеп һөйөп ҡарарға.
Яратылып йәшә һәр саҡ, Әсәй
Оҙон булһын һинең ғүмерең.
Һин беҙҙең яҡын кешебеҙ,
Тик бәхеттәр генә теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән улың Ринат, киленең Венера, ҡыҙҙарың Гөлгөнә, Гөлсинә, кейәүҙәрең Руслан, Радик һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.