Ҡәҙерле, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Рәсилә Сәйфулла ҡыҙы АҠҺАРОВАны 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм һиңә изге теләктәребеҙ юллайбыҙ. Тормошҡа булған һөйөүең бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен, яңынан-яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәлеп, һәр көнөң һөйөнөстәр менән булып торһон. Һаулыҡтың ныҡлығын, бәхеттең нурлыһын, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ беҙ һиңә.
Һиңең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе уҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Изге теләктәр менән улдарың Рәмил, Раян, Рушан, ҡыҙҙарың Миләүшә, Әҙилә, киленең Линара, ейәнсәрҙәрең Самира, Ассель.