Тимербай ауылы.
Хөрмәтле классташыбыҙ - Хәтимә Ибат ҡыҙы БАТЫРОВА үҙенең оло байрамын - 55 йәшлек юбилейын ҡаршы ала. Беҙ уны ошо күркәм байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ
Һиңә ҙур уңыштар, шатлыҡлы осрашыуҙар, көтөлмәгән ҡыуаныстар, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ, хоҙай биргән ғүмереңде сәләмәт булып, күңел тыныслығында, ҡайғы хәсрәтһеҙ, борсоу мәшәҡәтһеҙ, шатлыҡ һөйөнөстәр менән балаларыңдын, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп йәшәргә яҙһын.
Тыуған көнөң менән тәбрик итәбеҙ
Сәләмәтлек теләп иң элек
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр
Күңелдәрҙә булған саф хистәр
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош
Беҙҙән һиңә әйтер теләктәр.
Иң изге теләктәр менән классташтарың.