Бөтә яңылыҡтар

Бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!

Шәүҡәт ИШКИНИНды ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!

Ҡалта ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ, ҡоҙабыҙ - Шәүҡәт Йәүҙәт улы ИШКИНИНды - 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, тырыш изге йөрәкле кеше. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы иң изге яҡын теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел тыныслығы, тормош иптәшеңдең, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп, уңыштарына шатланып бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Йәшәү маяҡтары балҡып,
Юлдарыңды яҡтыртһын.
Күңелеңдә нурҙар менән
Бар донъяны сағылдырһын.
Һәр иртәлә яңы көс менән
Ҡаршыла һин яңы көн.
Тыуған көнөң мөбәрәк булһын,
Бәхеттәр килһен күберәк бөгөн.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Розалия, улың Рөстәм, киленең Лилиә, ейәнсәрең Милена, ҡоҙа, ҡоҙағыйҙарың Альфред һәм Дилә Аҙнабаевтар.

Автор:
Читайте нас: