Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле улыбыҙ, туғаныбыҙ Рим Рафаил улы САТТАРОВты күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ.
Ғаилә тигеҙлеге, йән тыныслығы, эшеңдә ҙур уңыштар, яҡшы , күтәренке кәйеф юлдаш булһын.
Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле, ихтирамлы, иғтибарлы булып, балаларығыҙҙың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, мул тормошта йәшәүеңде Хоҙай насип итһен.
Пар ҡанатлы бәхет нуры юлдаш булһын
Мәхәббәтең мәңге һүнмәһен.
Ҡояш кеүек балкып йәшә
Күңел гөлөң мәңге шиңмәһен.
Булһын ул илле, тулһын ул илле
Бәхет биҙәһен яҡты күңелеңде.
Йәшәү ялҡыны һүнә белмәһен
Йырлап ҡаршы ал тағын иллене!
Ҡотлау менән әтейең Рафаил, әсәйең Тәнзилә, апайың Гөлшат, еҙнәң Илшат, мырҙаң Рәүил, киленең Эльмира һәм уларҙың балалары.