Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡшы булған бикәсем, апайыбыҙ - Зөлфиә Наил ҡыҙы БИКМАЕВАның күркәм байрамы - 45 йәшлек матур юбилейы.
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ.
Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын.
Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Рәсим кейәүебеҙ менән балаларығыҙҙың изгелеген, игелектәрен генә күреп йәшәргә лә, йәшәргә булһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәрең,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән еңгәң Әнүзә, мырҙаң Әхәт, һылыуың Нәркәс, киленең Эльмира, туғандарың Эрика, Эмилия.