Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле улым, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Альфред Ниғмәт улы АБДУЛЛИНды 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Ҡотлайбыҙ беҙ ысын күңелдән,
Шатлыҡ һеҙҙән һис китмәҫ
Тыйнаҡ булған оло бүләк
Байрамығыҙҙы биҙәһен.
Һоҡланырлыҡ һинең үткәндәрең,
Алдашмаһа икән көндәрең
Бөгөнөң дә һинең матур булһын,
Көләс йөҙөң һәр саҡ балҡып торһон.
Һиңә бары изге теләк:
Белеп йәшә, һин беҙгә бик кәрәк!
Тормош күгең ҡайғыларһыҙ, аяҙ булһын,
Һәр иртәлә һине бәхет көтөп торһон,
Һәр тыуар көн муллыҡ-шатлыҡ бүләк итһен,
Ғүмер юлың йыраҡтарға дауам итһен.
Тыуған көнөң юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Ҡолтлау менән әсәйең һәм ғаиләң.