Бөтә яңылыҡтар

Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә

Анна Иван ҡыҙы СЫНБУЛАТОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 85 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ, ҡартәсәйебеҙ - Анна Иван ҡыҙы СЫНБУЛАТОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 85 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе бар ғаиләбеҙгә - балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа бирәһең. Һине матур байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы көндәреңдә һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, изге кәңәштәреңдән айырмай оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, ҡыуаныстарға төрөнөп, сәләмәтлек менән имен тормошта йәшәргә яҙһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йөҙөңдән йылмайыу китмәй йәшәй белеүең менән беҙгә өлгөһөң, яратып-һөйөп үҫтереүең өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ.
Тырыш һинең оҫта ҡулдарың,
Матур эҙле үткән юлдарың.
Барса туғандарға, яҡындарға
Һәр саҡ изге булды уйҙарың.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарың исеменән ҡыҙың Зифа

Автор:
Читайте нас: