Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын кешебеҙ, атайабыҙ Рамаҙан Хәмиҙулла улы ЙОСОПОВты күркәм байрамы - 70 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Йосопов Рамаҙан Хәмиҙулла улы 1955 йылдың 1 майы Хәмиҙулла менән Мәрйәм Йосоповтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бик иртәләй атайһыҙ ҡалып төрлө эштәр башҡарырға тура килә уға. Күмертау ҡалаһында металл буйынса токарь булып хеҙмәт юлын башлай. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йәйҙең матур көнөндә, июнь айында 1978 йылда Рәзилә Миңлебай ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп ғаилә ҡоралар.
Рамаҙан Хәмиҙулла улы тормош иптәше Рәзилә Миңлебай ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балаларына юғары белем алырға ярҙам итәләр, улар ата-әсәләренән өлгө алып, тырышып донъя көтәләр.
Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ! Һине ғүмер байрамың менән ихлас тәбрикләйбеҙ!
Тыуар таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын! Һин беҙҙең өсөн өлгөлө атай! Бөтә туғандарыңдың,балаларыңдың, ейәндәреңдең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын матур юбилейығыҙ,
Юлдарығыҙға ынйы һибелһен.
Тормошоғоҙҙоң алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен!
Әйҙә ғүмер үтһен, сәс ағарһын,
Ә йөрәккә ҡырау төшмәһен.
Килер көнгә бары сәсәмәтлек,
Ҡыуаныстар ғына өҫтәлһен!
Ҡотлауҙар менән ҡыҙың Рәмилә, кейәүең Наурат, улың Рауил, киленең Гөлназ һәм ейәндәрең Рөстәм, Амир, Рәвил, Рәмил.