Кинйәбай ауылы.
Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡартайыбыҙ Мирас Вәлит улы ҒӘББӘСОВты күркәм юбилейы - 60 йәше менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Атайыбыҙ кеүек ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған, ғаиләһе өсөн йәшәгән кеше һирәктер.
Киләсәктә лә күңелең тыныс, көр, эшләгән эштәрең уң, яҡты, һаулығың ныҡ, ғүмерең оҙон булһын.
Тормоштобоҙҙоң йәмен, ҡотон һаҡлап, беҙ үҫкән донъяның утын һүндермәйенсә әнәйебеҙ менән бәхетле ҡартлыҡта йәшәгеҙ, атай! Һеҙ булғанға беҙ бәхетле! Килер көндәрең аяҙ, баш осонда тик ҡояш ҡына балҡыһын, төндәрең йондоҙло булһын!
Беҙ һине ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың.