Тимербай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғүмер итеп, йыраҡ Себер яҡтарында эшләп йөрөүсе классташыбыҙ - Зилә Минәхмәт ҡыҙы МОСТАФИНАны - 55 йәше тулыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле класташыбыҙ, һиңә ошо матур юбилейың уңайынан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы көндәреңдә һәр тыуар таң күңел көрлөгө, тән сихәтлеге, бәхет шатлыҡтар, ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә алып килһен. Беҙ һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың олоһон теләйбеҙ. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, ихлас күңелле булып ҡал. Алға табан да шатлыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә йәшәргә яҙһын һиңә.
Ҡотло булһын матур юбилейың.
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Килер көнгә бары сәләмәтлек.
Ҡыуаныстар ғына өҫтәлһен.
Ҡояш кеүек балҡып йәшә.
Күңел гөлөң мәңге шиңмәһен.
Булһын ул илле биш, тулһын ул илле биш,
Бәхет биҙәһен яҡты күңелеңде.
Йәшәү ялҡыны һүнә күрмәһен,
Йырлап ҡаршы ал илле биште.
Иң изге теләктәр менән класташтарың