Бөтә яңылыҡтар

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Гөлсинә ЙОСОПОВАны ҡотлайбыҙ!

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, нәнәйебеҙ - Гөлсинә Фәйзулла ҡыҙы ЙОСОПОВАны - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәктәребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Бөгөн беҙ һиңә ҡарайбыҙ ҙа, һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Бер кеше эсенә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлек, сослоҡ, изгелек, шаянлыҡ, саф күңел. Һиңә тиңләшке килә. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйәһең. Һинең кеүектәргә йәштәр ҙә, оло быуын да тартыла. Һәр ваҡыт шулай булып ҡал. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә, әсәйебеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Альбина, кейәүең Рифат, улың Алмаз, киленең Светлана һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Эвелина, Элина, Алина, Илназ.

Автор:
Читайте нас: