Ейәнсура районы, Юлдаш ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле яратҡан әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, бейемебез, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Фәүзиә Йосоп ҡыҙы РӘХИМҒОЛОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ, ысын мәғәнәһендә, бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең. Һин беҙҙең өсөн сабырлыҡтың ысын өлгөһө, тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, балаларыңа лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙын.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, бәрәкәтле, мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, йәшәргә яҙһын.
Һинең көнөң бөгөн, Әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә!
Ныҡлы һаулыҡ бирһен Хоҙай үҙеңә,
Көс, дәрт ташһын йәш күңелеңдә.
Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә,
Беҙ бәхетле булғанға был ерҙә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлиә, улдарың Айҙар, Әнүәр, кейәүең Илгиз, килендәрең Рина, Лилиә, ейән-ейәнсәрҙәрең Инна, Эмилия, Альмир, Айла, Эмиль, Камиль .