Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин...

Хәҙисә СОЛТАНГӘРӘЕВАны ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин...
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин...

Тимербай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Таймаҫ ауылында ғүмер итеүсе һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәй - Хәҙисә Ғәлимгәрәй ҡыҙы СОЛТАНГӘРӘЕВАны - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, донъяның бар матурлығын, сәләмәттең ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең сикһеҙен теләйбеҙ.
Әлеге ваҡытта һаҡлы ялда булһа ла, тик ултырмай әсәйебеҙ. Өйөбөҙҙө йәмләп, сағыу гөл-сәскәләр үҫтерә, баҡса тулы емеш-еләк. Һәр кемгә лә алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл һәм киң күңелле ул.
Күңелеңдән - тыныслыҡ, тәнеңдән - сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен.
Киләсәктә йәшәү дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың менән йәнәш атларға яҙһын.
Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ!
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Изге теләктәр менән улың Дияз, ҡыҙың Рәмилә, киленең Лилиә, кейәүең Рәмил һәм ейәнең Кинйәбулат.

Автор:
Читайте нас: