Бөтә яңылыҡтар

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Гүзәл ХӨСӘЙЕНОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, яратҡан ҡыҙым, һылыуым, бикәсем һәм апайыбыҙ - Гүзәл Әсхәт ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны йәшлегенең күркәм байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон! Тормош иптәшең, кейәүебеҙ Авзал менән бергә, балаларығыҙҙың изгелеген генә күреп, уларҙың шатлыҡтарына ҡыуанып, парлы, мөхәббәтле ғүмерҙә йәшәргә яҙһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән әнейең Гөлназ, авзыйың Венер, еңгәң Лиана, туғандарың Диана, Йәсмина, Сафина.

Автор:
Читайте нас: