Бөтә яңылыҡтар

Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек

Райхана БАЙҒУЗИНАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек
Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ - Райхана Миниәхмәт ҡыҙы БАЙҒУЗИНАны күркәм ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: