Бөтә яңылыҡтар

Һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел

Гөлзиә МӨЛӨКОВАны ҡотлайбыҙ!

Һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел
Һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел

Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әнәйебеҙ, хәстәрлекле нәнәйебеҙ Гөлзиә Фатих ҡыҙы МӨЛӨКОВАны ғүмеренең күркәм байрамы-55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең сабыр, изге күңелеңде, ихласлығыңды,туған йәнлелегеңде ябай һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел.
Әтейебеҙ менән бергә беҙгә ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирҙегеҙ. Матур итеп туйҙар яһап, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙығыҙ. Бөгөнгө көндә лә ярҙамығыҙҙан, изге кәңәштәрегеҙҙән айырмайһығыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, парлы, бәрәкәтле тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
55 йәшлек оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң олоһон.
Көндәрҙең дә бәхетлеһен генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илдар, әтейең Юнир, ҡыҙың Инзира менән кейәүең Сергей, улың Айрат менән киленең Алина, ейәндәрең Матвей, Марк.

Автор:
Читайте нас: