Бөтә яңылыҡтар

Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡыҙыбыҙ Ләйсән АҘНАБАЕВАның һәм Дыуан районы егете Илнур АБДУЛХАҠОВтың иң бәхетле көндәре - никах туйҙары!

Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ!
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ!

Ҡәҙерлеләребеҙ, ошо ғаилә байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы, иртәләрегеҙ - ҡояшлы, кистәрегеҙ - айлы, уйҙарығыҙ - яҡты, күңелегеҙ - тыныс, бәхетегеҙ - ғүмерлек, мөхәббәтегеҙ мәңгелек булһын. Бер-берегеҙҙе ихтирам итеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, ғаилә усағығыҙҙы ел-ямғырҙан һаҡлап, гөрләп донъя көтөгөҙ!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай, мөхәббәтле, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.
Томош дилбәгәһен ныҡлы тотоп
Ғүмер буйы бергә барығыҙ,
Ир-ҡатындан, ҡатын ирҙән уңһын
Гөрләп торһон тормош юлығыҙ.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн.
Иң изге теләктәр менән әтейең Рәйес, әнейең Фәнүзә, абзыйҙарың Илшат, Илмир һәм еңгәң Гүзәлиә, уларҙың балалары Радмир, Асель.

Автор:
Читайте нас: