Бөтә яңылыҡтар

Тыуыр таңдар алып килһен һиңә сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!

Миңнурый ҒӘББӘСОВАны ҡотлайбыҙ!

Тыуыр таңдар алып килһен һиңә сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!

Кинйәбай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле ҡәрсәйебеҙҙе, нәнәйебеҙҙе Миңнурый Миңлеәхмәт ҡыҙы ҒӘББӘСОВАны күркәм юбилейы – 70 йәше менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – һау-сәләмәт булып, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәләреңдең бәхетен күреп хәйерле тыныс ҡартлыҡта ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Күпме булһа ерҙә изге теләк
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән ейәнсәрең Резида кейәүең Рауил, бүләсәләрең Ҡәҙриә, Мәликә Әмәкәсовтар, ейәндәрең Нияз, Ғәзиз, Илназ, Айназ, киленең Ләйсән, бүләң Баязит Ғәббәсовтар.
Көйөргәҙе районы, Кинйәбай ауылы, Кумертау, Мәләүез ҡалалары.

Автор:
Читайте нас: