Күмертау ҡалаһы
Хөрмәтле Рәйзәнә Сабир ҡыҙы ҒӘЙНЕТДИНОВА ғүмер миҙгеленең матур байрамы - ҡатын-ҡыҙҙың аҡыл туплаған, аҫыл, иң күркәм осоро 55 йәшлек юбилейын ҡаршы ала.
Рәйзәнә апайҙың алтын ҡулына, тырышлығына, ярҙамсыллығына, татлы теленә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Дуҫтары ла бик күп уның, хөрмәт, иғтибар итәләр үҙен. Тәүәккәл, көслө ихтыярлы булыуыңа һәм дөрөҫлөктө яратыуыңа ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә йәшлек дәртен һүндермәй ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, тормош иптәшең Муса абзый менән яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, изгелектәрен күреп, уларға терәк булып бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Юбилейың менән ҡотлап алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел көрлөгө, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән Айгөл менән Рөстәм Халиҡовтар.