Кинйәбай ауылы
Ҡәҙерле, һөйөклө әсәйемде, өләсәйебеҙҙе, Рауза Сибәғәтулла ҡыҙы ҒӘББӘСОВАны күркәм юбилейы – 85 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуа¬ныс¬тар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәләреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә.
Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн,
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Миниса, кейәүең Сәлим, ейәнсәрҙәрең Сәлимә, Ғәлиә, ейәнең Вилдан, кейәүҙәрең Мирас, Данил, бүләсәләрең Лиана, Әминә, Илгинә, Айзилә, Азалия, бүләң Айсаф.