Урта Бабалар ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡартәсәйебеҙ Фәниә Файзулла ҡыҙы ӘХМӘТОВАны оло юбилейы 85 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Әлеге ваҡытта өләсәйебеҙ беҙҙең атай-әсәйебеҙ янында ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә яғымлы һәм хәстәрлекле өләсәй, ҡартәсәй ул.
Ҡәҙерле әсәй, юбилейың ҡотло булһын. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстаға ғына төрөнөп алға барһын.
Йәшә, әсәй, өләсәй йөҙгә хәтлем,
Шат күңелле булып ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Һинең тормош юлың - матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ,
Рәхмәт әйтәбеҙ бөгөн ысын йөрәктән,
Һинең ғүмер беҙгә ғорурлыҡ.
Иң изге теләктәр менән улың Илһам, киленең Гөлдәр, ейәнсәрҙәрең Илзидә, Гөлсинә, Фәнзилә, кейәүҙәрең Йәмил, Илмир, Самат, бүләң Инсаф, бүләсәрҙәрең Юлиә, Лилиә, Әлиә, Арина.