Урта Бабалар ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған апайыбыҙ Фәниә Фәйзулла ҡыҙы ӘХМӘТОВАны 85 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Оло йөрәкле, изге күңелле, кешеләргә тик изгелек ҡылыусы, Ҡөрьән уҡып иманлыҡҡа әйҙәүсе үҙенең изгелек орлоҡтарын ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә, туғандарына еткереүсе аҡыллы матур апайыбыҙ! Бер ваҡытта ла тормош ауырлыҡтарына баш эймәгән, һәр бер кешегә алсаҡ йөҙлө, киң күңелле булған ҡәҙерле кешебеҙгә Хоҙай Тәғәлә ғүмеренә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгенә көс, йәшәү дәрте бирһен, һаулыҡтан айырмаһын. Киләсәктә аяҡ-ҡулдарың һыҙламаһын.
Төрлө саҡты күргәнеңдер, апай,
Йөрәгеңдә күптер яралар.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Йәшә әле беҙҙең арала.
Кәрәк түгел алтын-көмөштәр,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Һағынып барғас, ҡаршы алыр өсөн
Әлдә апайым, һин бар ауылда.
Апай, һин беҙҙең өсөн үрнәк,
Ә тормошта ҙур терәк.
Бала саҡта, йәшлектә, ҡартлыҡта ла
Һин бит беҙгә бик кәрәк!
Иң-иң изге теләктәр менән Мирасовтар, Ибраһимовтар һәм Ялсығоловтар ғаиләләре.