Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерле булһын

Фәниә Фәйзулла ҡыҙы ӘХМӘТОВА үҙенең тыуған көнөн билдәләй.

Ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерле булһын
Ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерле булһын

Урта Бабалар ауылы
Был донъяны йәмләп, йәмле йәйҙәр килгән мәлдә, ҡояшлы июндең башында беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һөйөклө апайыбыҙ Фәниә Фәйзулла ҡыҙы ӘХМӘТОВА үҙенең тыуған көнөн билдәләй.
Яҡын кешебеҙҙе 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, тыныс тормошҡа һөйөнөп иҫән-һау йәшәргә булһын.
Ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерле булһын.
Аяҙ булһын тыуар көндәрең,
Шатлыҡ нуры сәсһен күҙҙәрең!
Күкрәмәһен аяҙ күңелең,
Бойоҡмаһын һис тә йөҙҙәрең!
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың Минзифа, Минира һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: