Ҡансыра ауылы
Ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ Зенфира Рафиҡ ҡыҙы АБДРАХМАНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, бал ҡортондай уңған, ҡунаҡсыл хужабикә, ғаиләһе, туғандары өсөн йән атып тороусы оло йөрәкле кеше. Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта йәшәүен теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән йәшәүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, абзыйың Юлай һәм Миһрановтар, Ярышевтар, Буканбаевтар ғаиләләре.