Күмертау ҡалаһы
Һөйөклө тормош иптәшем Зөлфиә Марс ҡыҙы ТУҠТАРОВАны 35 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һин киң күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ йөҙлө, уңған, хәстәрлекле гүзәл затһың!
Һәр ваҡытта ла шулай изге күңелле булып ҡал. Һиңә бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайым.
Күңел тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, яҡшы күтәренке кәйеф юлдаш булһын һиңә. Киләсәктә лә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлектә, ғаилә именлегендә, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен.
Ҡояш кеүек тормошоңа
Аҡ бәхеттәр килһен өйөлөп,
Ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Иң изге теләктәр тормош иптәшең Руслан, ҡыҙың Самира һәм улың Марсель.