Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Батыр Рәфис улы ХӨСӘЙЕНОВ йәшлегенең күркәм байрамын - 30 йәшлек юбилейын ҡаршылай! Ошо уңайҙан уны ҡотлап йә өрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең яҡыныбыҙ һәр ваҡыт ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән булыуы, тырышлығы, һәр эште еренә-еткереп башҡарыуы менән айырылып тора, ата-әсәһе өсөн ныҡлы терәк, кәләше өсөн тоғро тормош иптәше, улы, яҡындары өсөн өлгө булырлыҡ кеше ул.
Алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон, яҡындарың менән бергә бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ, ҡыуаныстарға төрөнөп кенә йәшә лә йәшә!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән атайың Рәфис, әсәйең Гөлнур, тормош иптәшең Зифа, улың Самир, абзыйың Фәдис, еңгәң Розалина, туғандарың Айдан, Камилла.