Бөтә яңылыҡтар

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ

Хәмзә һәм Фәнисә ӘЛМӨХӘМӘТОВАтарҙы ҡотлайбыҙ!

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ

Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерлеләребеҙҙе, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Хәмзә Абдулла улы ӘЛМӨХӘМӘТОВты тыуған көнө һәм әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәнисә Тимербай ҡыҙы ӘЛМӨХӘМӘТОВАны 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Fүмер миҙгелдәренең матур байрамында атай-әсәйебеҙгә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ.

Автор:
Читайте нас: