Өфө ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле, хөрмәтле, һәм яҡын булған туғаныбыҙ, ҡустыбыҙ, ҡәйнешебеҙ, абзыйыбыҙ Сынтимер Биктимер улы БАЯЗИТОВты 60 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең туғаныбыҙ күп балалы ғаиләлә иң кесеһе, алтынсы бала булып донъяға килгән. Ғаиләлә иң кесеһе булһа ла иркә булманы, бәләкәйҙән үк тырыш, эшсән булып үҫте. Яҡшымбәт урта мәктәбен уңышлы тамамлап, армия сафтарында һәйбәт хеҙмәт итеп, юғары белем алыу теләге менән Өфөгә юлланды. Артабанғы тормош юлы Өфө ҡалаһы менән бәйле.
Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ябай уҡытыусы булып эш башланы. Тормош юлында артабан юғары баҫҡыстар буйлап үрләне, үҙ тырышлығы менән ҙур етәксе дәрәжәһенә етте. Ҡайҙа ғына эшләмәһә лә эшенә үтә лә яуаплы ҡарай, үҙенә лә, бүтәндәргә лә үтә лә талапсан кеше.
Эшендә ҙур уңыштарға иреште, бик күп юғары исемдәр, наградалар бирҙеләр уға лайыҡлы рәүештә. Әлеге көндә лә тырышып хеҙмәт итә, етәкселек итә. Беҙ, уның яҡын туғандары, уға ҡарап һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ һәм барса изгелектәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, тормошта уға еңелдән булманы. Бик күп тырышлыҡтар, һынауҙар, ҡаршылыҡтар, ҡайғы хәсрәттәр үтергә тура килде. Ләкин туғаныбыҙ ошо тормош юлында осраған барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңә алды, һынманы, һығылманы, алға барҙы.
Ҡәҙерле туғаныбыҙ, үҙеңдең хеҙмәт һөйөүең, ижади ҡеүәтең, юғары белемдәрең, киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән барыуың менән һин тормошта юғары һөҙөмтәләр яуланың!
Һин донъялағы иң хәстәрлекле, хөрмәтле атай, ейәнеңә, ейәнсәреңә яратҡан олатай. Һин уларҙы һаҡлаусы ла, яҡлаусы ла. Туғандарың өсөн хөрмәтле, яратҡан туғанда һин!
Һиңә килсәктә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, эшеңдә тағын да ҙурыраҡ уңыштар, бөтмәҫ дәрт, рух ныҡлығы, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, балаларыңдың уңыштарына ҡыуанып, шатланып, изгелектәрен күреп йәшәүеңде теләйбеҙ! Балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк булып йәшә лә йәшә әле!
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар,
Бөтә булған боросолуҙар, ҡайғы-хәсрәт
Үткән тормошоңда ҡалһындар,
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын,
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән ағайҙарың, еңгәләрең, апайҙарың, еҙнәләрең һәм уларҙың балалары.