Бөтәһе лә кәзә-һарыҡ аҫрамайҙыр ҙа, әллә быларҙың тиреҫтәре ярамаған ерҙә өйөлөп ята, бик булмаһа, ҡапҡа алдарын сүп үләне баҫҡанмы?
Ирина Ибраһимова район хакимиәтендә административ комиссияны етәкләй, шуға уның кабинетын тултырып кем тора тиһәң, әлеге ҡатлам кешеләр тора (кәзәләре урам буйлап, ҡарауһыҙ, йөрөй, ишек янын сүп үләне баҫып алған...). Әле лә, анау сама халыҡты күргәс, шулай уйланылды. Улай тиһәң... Әрләнергә йәки үҙе әрләргә тип килгән кеше ҡулына сәскәләр тотоп килмәйҙер.
Яндарына барып туҡтағас ҡына билдәле булды: Ирина Ринат ҡыҙының бөгөн тыуған көнө икән, ябай ғына байрам түгел – юбилей! Бына һиңә кәрәкһә, ул сама йәшкә еткәндер тип уйламай ҙа инек, ҡырҡты үтмәгәндер әле тип йөрөһәк.
Ай-буй, Ирина Ринатовна, яраталар икән үҙеңде, главаға ла, уның тыуған көнө булһа, улай уҡ ағылмайҙарҙыр, башлыҡтан, ҡотларға кергәндә, юҡ һылтауҙы бар итеп, нимәлер һорап була, ә һинән нимә һорайһың, минең малдар иректә йөрөй, күҙеңде йом типме? Әлеге булған ихтирам – ихлас, саф йөрәктән сыҡҡан ихтирам, тимәк.
Беҙ үтә шәп тура килдек, йыйын ҡыҙ-ҡырҡын араһына инеп, беҙ ҙә, үҙебеҙҙең ихтирамды күрһәтеп, уны ғүмеренең бер матур миҙгеле менән ҡотлап сыҡтыҡ.
- Бәхетле әсә, ҡатын, торараҡ өләсәй булып, йәшәргә яҙһын. Күңелеңдең ишектәре тотҡаларына тик яҡшы кешеләр генә үрелһен, йөрәгең ихаталарына сүп эйәләмәһен, аҙғын малдар тапамаһын.