Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Илдар Зәки улы һәм Татьяна Павловна ИСҠУЖИНдар йәйҙең йәмле июнь айында үҙҙәренең ғүмер байрамдарын билдәләй. Яҡындарыбыҙҙы ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерле кешеләребеҙ беҙҙең өсөн үрнәк һәм барған юлдарыбыҙҙа яҡтыртыусы маяҡ. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған яҡындарыбыҙ булыуы оло бәхет. Изге күңелле, оло йөрәкле кешеләребеҙгә күңел тыныслығы, ныҡлы һауылыҡ, бәхет-шатлыҡ, ғүмер үренә арымай-талмай атлауҙарын теләйбеҙ. Бараһы юлдары - уң, яулайһы үрҙәре күп булһын. Киләсәктә лә шатланып бер береһенә терәк-таяныс булып, донъяға һөйөнөп, балаларҙың хөрмәтен, изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һеҙ,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һеҙгә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып.
Иң изге теләктәр менән яҡындарығыҙ Гөлназ, Алексей, Әлфиә, София, Әлиә.