Бөтә яңылыҡтар

Эштәрең булһын һәр саҡ уң

Рәмил ҒӘББӘСОВты ҡотлайбыҙ!

Эштәрең булһын һәр саҡ уң
Эштәрең булһын һәр саҡ уң

Күмертау ҡалаһы

Ҡәҙерле абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Ғәббәсов Рәмил Ишбулат улын матур ғүмер байрамы 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Беҙҙең абзыйыбыҙ киң күңелле, бар эшкә лә уңған. Ул хәстәрлекле ғаилә башлығы, оло йөрәкле атай һәм ейәндәренә киң күңелле ихлас олатай.
Һине тыуған көнөң менән ҡотлап теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһең. Һаулығың булһын ҡоростай, ғүмер юлың булһын оҙон матур бер йыр төҫлө. Эштәрең булһын һәр саҡ уң, көләс йөҙөң һәр саҡ балҡып торһон.

Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат,йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң,һаулығың ныҡ булһын
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге ҡотлау теләктәре менән һылыуҙарың һәм бар туғандарың.

Автор:
Читайте нас: