Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Хаҡҡолой Хәйепҡолой улы МӨХӘМӘТЙӘНОВты 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, уға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡулынан килмәгән эше юҡ, ниндәй генә эшкә тотонһа ла еренә еткереп эшләп ҡуя. Бик тырыш, егәрле, хәстәрлекле ул һәм беҙҙе балаларын да эш һөйөргә өйрәтте. Рәхмәт атай, әсәй беҙгә шундай тәрбиә биргәнегеҙ өсөн! Беҙ һеҙҙе бик хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!
Ошо иҫтәлекле көнө менән ҡотлап, ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүен теләйбеҙ. Тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ нурлы, күк йөҙөң аяҙ, бәхет шишмәләрең тулы, киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын, яҡындарыңдың ҡыуаныстарын, изгелектәрен, уңыштарын, ҡәҙер-хөрмәтен генә күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менәнтормош иптәше Маһинур, ҡыҙҙары Гөлнара, Земфира, кейәүе Фаил, ейән-ейәнсәрҙәре Руслан менән Айгөл, Аида менән Ильяс һәм бүлә-әләсәрҙәре Радмир, Регина, Ралина.