Бөтә яңылыҡтар

Икәү бергә, бергә бит әле

Ҡатын - ярты яҙмыш тиҙәр. Күберәктер.

Икәү бергә, бергә бит әле
Икәү бергә, бергә бит әле

Әрменән ҡайтҡанда ныҡлы ҡарар ҡабул ителде – өйләнмәйем. Үҙем өсөн генә, нисек теләйем, шулай йәшәй бирәм. Ысынында, туҡһанынсы йылдар – ауыр ваҡыт, ни эше, ни ашы юҡ, минең һымаҡ барыр ере, батыр күле булмаған егеткә ниндәй өйләнеү ти, үҙ үҙеңде нисек тә хәстәрләй алһаң, шөкөр. Әммә барыһы ла һин уйлағанса бармай, елғыуарланып оҙаҡ йөрөргә тура килмәне, муйынға ҡамыт кеймәйем тигән вәғәҙә-наказға теүәл ике йыл булды тигәндә Никах ҡағыҙына ҡул ҡуйып та тора инем.

Шул замандан бирле 25 йыл үтеп киткән, байтаҡ ғүмер, был арауыҡта нимәләр генә булманы, ниҙәр генә кисермәнек, көлөп тә, илап та иҫкә алырға ҡалды. Көлгән ваҡытта ла, күңел тулып илар мәлдә лә янда гел һин булдың. Ҡатынды ярты яҙмыш тиҙәр, юҡ, күберәк ул.

Ҡара болот ҡаплаһа күгеңде,
Күҙҙәреңә йәштәр эркелһә,
Ҡуйсы, бәғерем, үрһәләнмә, йәме,
Яндарыңда мин бар бит әле.

Үҙ-үҙемде хәстәрләп йәшәрмен әле тигән, 1998 йылдағы 21 йәшлек егеттең үҙенә сығарған ҡарары әл дә тормошҡа ашмаған. Юҡһа... нисегерәк булып китерен күҙ алдына ла баҫтырғы килмәй. 25 йыл буйына, бер нимәгә ҡарамаҫтан, минең менән бергә барыуыңа, ике балаға ғүмер биргәнеңә рәхмәт. Тағы ла күпмелер ваҡыт үтер, яҙған булһа, 50 йыллыҡ юбилейға ла аяҡ баҫырбыҙ һәм ошо һүҙҙәр беҙҙең өсөн һаман да актуаль, урынлы булыр:

Әсе елдәр иҫеп бурандарҙа,
Юлдарыңдан әгәр аҙашһаң,
Ҡуйсы, бәғерем, үрһәләнмә, йәме,
Икәү бергә, бергә бит әле.

Автор:
Читайте нас: