Бөтә яңылыҡтар

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Миңнури ХӘМИТОВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Яңы Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ, яратҡан әнейебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Миңнури Тимерхан ҡыҙы ХӘМИТОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 70 йәшлек юбилейын ҡаршылай, ошо уңайҙан уға йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе һәм оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ шул тиклем уңған, ихлас күңелле, алсаҡ йөҙлө, уның бешергән аштары телде йоторлоҡ тәмле, һәр ваҡыт беҙҙең тыңлап, аңлап, ярҙам итеп тора, беҙҙең барыбыҙҙы ла бергә йыйып, берләштереп йәшәй. Уның туған йәнле, ихлас күңелле булыуына, алсаҡ йөҙлөлөгөнә таң ҡалырлыҡ. Һәр беребеҙҙе хәстәрләп, фатихаларын, изге доғаларын уҡып, төплө кәңәштәрен биреп йәшәй ул беҙгә.
Хәстәрлекле һәм сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, тағы оҙаҡ йылдар шулай бөтәбеҙҙе берләштереп, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшә лә йәшә! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Гөлнара, кейәүең Таһир, ейәнсәрең Гөлфиә, ейәнең Рузиль, ейәнсәрең Илина, кейәүең Динис, бүләсәрең Нияз.

Автор:
Читайте нас: