Бөтә яңылыҡтар

Бүләк итәм мәңге һүнмәҫ йөрәк йылыһын

Ләлә МӘҺӘҘИЕВАны ҡотлайым!

Бүләк итәм мәңге һүнмәҫ йөрәк йылыһын
Бүләк итәм мәңге һүнмәҫ йөрәк йылыһын

Бала саҡтан бергә Иҫке Мораптал ауылының Ғәзиз Әлмөхәмәтов урамында уйнап, йүгереп үҫкән, мәктәптәргә бергә йөрөп, уйындарға бергә сығып йәшлек юлдарынан да бергә үткән әхирәтем Ләлә Фирҙәт ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВАны матур 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде юллайым.
Ҡәҙерле әхирәтем, бөгөн иң тылсымлы көн - һинең тыуған көнөң! Йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарымды ҡабул итеп ал. Был көндә һиңә иң-иң яҡшы теләктәрҙе генә теләйәсәктәр: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош... Ә мин, һине ҡанатландырған хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйем. Тормош һуҡмағынан атлағанда, тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, бигерәк тә, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын. Сөнки тап мөхәббәт беҙҙе көслө итә. Тормош, бәлки, ябай әйбер түгелдер ҙә, тик беҙ бит уның тәмен тойор өсөн йәшәйбеҙ. Һин дә уның тәмен тойоп, тулҡындары менән ярышып, тулы бәхеткә ҡойоноп йәшә. Һәм ошо бәхетең тормош иптәшеңде, балаларыңды, туғандарыңды, дуҫтарыңды дәртләндерһен. Тыуған көнөң менән!
Сәскә бәйләмдәре бүләк итер инем,
Сәскә бәйләмдәре шиңер ул.
Йөрәк йылыһын бүләк итһәм,
Мәңге һүнмәҫ, янып торор ул.
Иң изге теләктәр менән әхирәтең Ғәлиә.

Автор:
Читайте нас: