Илкәнәй ауылы
Йәйҙең йәмле көнөндә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ Фәзилә Мырҙағәлей ҡыҙы ӘБДҮЛМӘНОВА ғаиләлә иң кесе бала булып донъяға килгән.
Өс кенә йәшендә үкһеҙ етем ҡалып, бик бәләкәйҙән тормош ғазаптарын күреп үҫә ул. Өләсәһе ҡарап үҫтерә уны. Шулай итеп тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә иртә татырға тура килә, бала ҡайғыларын да кисерә ул. Ҡәҙерлебеҙҙең тормош иптәше, атайыбыҙ ҙа 12 йыл элек, бик ҡаты ауырығандан һуң, был донъяларҙан китеп барҙы. Шулай булһа ла әсәйебеҙ ауырлыҡтарға бирешмәй, беҙҙе ҡыуандырып, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтә. Ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә, мамыҡ-йөн иләп беҙгә нәскейәҙәр, бейәләйҙәр бәйләп, ырғаҡ менән балаҫтар бәйләргә, тегеү менән дә булышырға оҫта ул. Өлгәрмәгән ере, эшләмәгән эше юҡ уның.
Иң яратҡан, ҡәҙерле кешебеҙҙе ғүмер байрамы – 85 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тормошоң һәр саҡ сағыу буяуҙарҙан ғына торһон, өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын, изгелектәрен күреп йәшәргә яҙһын. Киләсәктә лә тирә-йүнгә нур һибеп, иҫәнлектә-һаулыҡта, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Ошо матур байрамыңда һиңә меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ.
Донъяла иң затлы, беҙҙең өсөн бик кәрәк булған терәгебеҙ, таянысыбыҙҙы сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ.
Баpыһы өсөн һиңә pәxмәтлебеҙ!
Әсәйебеҙ, дoнъя ҡoтoбoҙ!
Беҙҙең өсөн йәшәү өлгөһө һин,
Һин баp саҡта яна утыбыҙ.
Мәpxәмәтле, мөxәббәтле үҙең,
Иң яpатҡан наҙлы кешебеҙ.
Имен йәшә! Һин сәләмәт булһаң,
Гөpләп баpа беҙҙең эшебеҙ.
Иң изге теләктәр менән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән ҡыҙы Нурсилә.