Бөтә яңылыҡтар

Барыһы өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

Рәмил һәм Ләйсән ИСКӘНДӘРОВтарҙы ҡотлайбыҙ!

Барыһы өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Барыһы өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

Көйөргәҙе районы, Яҡуп ауылында йәшәүсе Атайыбыҙ – Рәмил һәм Әсәйебеҙ - Ләйсән ИСКӘНДӘРОВтар, һеҙҙе оло байрамығыҙ – көмөш туйығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Бергә йәшәүҙәрегеҙгә сирек быуат. Үҙе бер ғүмер. Ниндәй генә тормош ҡаршылыҡтарын бергә еңеп сыҡманығыҙ, һанап бөтөргөһөҙ.

Киләсәктә лә тормошоғоҙ – нурлы, һаулығығыҙ – ныҡлы, ғүмер юлығыҙ оҙон һәм тигеҙ булһын! Бөгөнгө көндә лә һеҙ тыуған йорттоң йылыһын, нурын, ҡотон, наҙын ебәрмәй, арыу-талыу белмәй донъя көтәһегеҙ. Биш балаға ғүмер биреп, ҡәҙерләп үҫтерҙегеҙ, кеше иттегеҙ. Һәр беребеҙҙе һағынып көтөп тораһығыҙ, ҡайтҡан һайын күңел йылыһын биреп, күпереп торған икмәк, татлы ризыҡтар, тәмле аш-һыу менән һыйлап ҡыуандыраһығыҙ!

Беҙҙе лә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә, тырышып эшләргә өндәп, һәр ваҡыт аҡыллы, матур кәңәштәр бирәһегеҙ. Беҙгә, балаларығыҙға, биргән тәрбиәгеҙ, кәңәштәрегеҙ, хәстәрегеҙ, йөрәк йылығыҙ, ел-ямғырҙан ҡурсалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын.

Күңелдәрегеҙҙең илаһи һөйөү хисенең ҡәҙерен белеп, тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып үтегеҙ!

Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, ныҡлы булһын!

Ихлас ҡотлауҙар менән балаларығыҙ Гөлминаз, Наҙлыгөл, Раян, Даян һәм Сулпан!

Автор:
Читайте нас: