Күңеле менәнме, башгҡа ере менәнме алдан, белеп-һиҙеп, килә лә ултыралар. Ысынында, улай түгел, әлбиттә. Теге саҡ яңғылыштан Ирина Ибраһимованың юбилейына тап булғайныҡ, бөгөн, әмәлгә ҡалғандай, тағы ла бер юбилейға тура килдек.
Ҡыҙҙарҙың (һәр береһе, һыу һөлөгөндәй, сибәр) беҙҙе иш итеп, үҙ ҡорона ҡабул итеүҙәренә рәхмәт әйттек – был киткәс ултырырбыҙ тип, саҡ ҡына көтөп торһалар ҙа була ине (артыҡ ауыҙ, унан бигерәк, ят йән нимәгә?), юҡ, ҡыҫтай-ҡыҫтай саҡырҙылар – кешегә күп кәрәкме ни, хан һарайында ҡунаҡта ултырғандай хис иттек үҙебеҙҙе.
Әлиә Йәлилованың юбилейы айҡанлы ойошторолған табын ине ул. Нисә йәш тип һорау килешмәй, үҙебеҙ самаланыҡ: утыҙҙар тирәһе булырға тейеш. Артыҡ түгел. Туҫтаҡ күтәрҙек (ығы-зығы күп, сынаяҡтарҙағы сәй ике тапҡыр түгелде, шөкөр, бер кемгә лә зыяны булманы), теләктәр әйттек:
- Әлиә Раил ҡыҙы. Һеҙ ҙә ҡыҫала икән, ә ҡыҫалалар – һәйбәт кешеләр була, ихлас, ябай, тормошҡа тура ҡараған. Һеҙҙең шундай икәнегеҙҙе бөгөнгә тиклем, тыуған датағыҙҙы белмәһәк тә, күрә-белә инек. Бәхетле ҡатын, бала әсәһе, әсә балаһы булып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә. Бөгөнгө сайпылып, өҫтәребеҙгә түгелгән сәйҙәр ише, бәхет сынаяғығыҙ гел ташып, түгелеп торһон.