Айсыуаҡ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бажабыҙ Валера Рауил улы менән һөйөклө һылыуыбыҙ, апайыбыҙ, балдыҙыбыҙ Гөльфира Миңлебай ҡыҙы УСМАНОВТАРҙы күркәм юбилейҙары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп иҫәнлектә-һаулыҡта, сабыр булып, тигеҙ, бәхетле ғүмер итеүегеҙҙе, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, йән тыныслығында, берҙәмлектә, татыулыҡта алтын туйығыҙға тиклем оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙән нурҙар һүрелмәһен.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Иң изге теләктәр менән Рахманғолов Рәмил, Рахманғолов Рәис, Юсупова Рәзилә, Ибатуллина Гөльнира ғаиләләре һәм балалары.