Бөтә яңылыҡтар

Ҡартайырға һис тә ашыҡма!

Гөлдәр ИСКӘНДӘРОВАны ҡотлайбыҙ!

Ҡартайырға һис тә ашыҡма!
Ҡартайырға һис тә ашыҡма!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кешебеҙ, яратҡан инәйебеҙҙең Искәндәрова Гөлдәр Ғәли ҡыҙының ғүмеренең оло байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Инәй, һиңә аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәрәкәтле һәм мул тормошта тормош иптәшең менән иңгә-иң терәшеп, бер-берегеҙҙе аңлап, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, матур, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшә!
Бәхетте кеше үҙе яһай. Һин дә үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, балаларыңа, тормош иптәшеңә ,туғандарыңа ла өлөш сығараһың. Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, өйөң гел элеккеләй нурға сумып, балҡып торһон. Беҙ һине барыбыҙ ҙа яратабыҙ!
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар, күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Ҡартайырға һис тә ашыҡма!
Иң изге теләктәр менән Руслан, Зөлфиә ,Самира һәм Марсель Туктаровтар.

Автор:
Читайте нас: