Бөтә яңылыҡтар

Беҙ бәхетле булып үҫкәнбеҙ...

Рәхилә һәм Әхмәт Зәлиловтарҙың татыу ғүмер итеүҙәренә - 45 йыл!

Беҙ бәхетле булып үҫкәнбеҙ...
Беҙ бәхетле булып үҫкәнбеҙ...

Зәк-Ишмәт ауылы
Бөгөн беҙҙең ғаилә өсөн ҙур байрам, ҡәҙерлеләребеҙ - Рәхилә Мансур ҡыҙы һәм Әхмәт Әхнәф улы Зәлиловтарҙың иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғүмер итеүҙәренә - 45 йыл!
Әнейебеҙ ҙә, әтейебеҙ ҙә матур тәбиғәтле Зәк-Ишмәт ауылында донъяға килеп, ошо ауыла ғаилә ҡороп, бөгөнгө көн дә лә тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап ошо ауылда татыу ғүмер кисерәләр. Беҙгә, 4 ҡыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөгөнгө көндә әтей-әнейебеҙ 7 ейән-ейәнсәрҙәренә бәхетле олатай һәм өләсәй.
Әтей, әней, һеҙгә булған рәхмәттәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ, кешеләргә ихтирамлы, ярҙамсыл булдығыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙ, беҙ һеҙгә тигеҙ, бәрәкәтле, бәхетле ғүмерҙәр теләйбеҙ, иҫән-һау беҙҙе һөйөндөрөп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Һеҙ беҙгә кәрәк, һеҙ беҙгә терәк, беҙ һеҙҙе яратабыҙ!!!
Тәҙрә төптәрендә үҫкән пар гөлдәрҙәй
Парлап ғүмер юлын үтәһегеҙ.
Әтей-әней тигеҙ булған өсөн
Беҙ бәхетле булып үҫкәнбеҙ...
Өй йылыһын һаҡлап сабыр ғына,
Ел тейҙермәй бала сағаға
Тормош арбаһына егелеп
Тартаһығыҙ һеҙ, бергә һаман да.
Ошо бергәлектән айырмаһын
Бергә-бергә рәхәт йәшәүе
Әтей-әней, тиеп, һөйөп кенә
Эй, рәхәт тә инде өндәшеуе...
45 йыл, ғүмер уҙып киткән,
Туй көндәре ҡалған йыраҡта
Ҡайнарлығы һеҙҙең мөхәббәттең
Йөрәктәрҙә йылдар яңарта...
Алтын туйҙар алда көтһөн әле
Ултырырға яҙһын парлашып.
Ғүмер бирһен Раббым йәшәр өсөн
Һандуғастар кеүек һайрашып.
Һеҙ ултыртҡан һөйөү гөлөгөҙ
Емештәре булды татырға.
Хәҙер инде һеҙҙе яратып
Ейәндәр бар йыйылып ҡайтырға.
Әтей-әней, әбей, бабай, тиеп
Яҙһын әле оҙаҡ өндәшергә.
Пар ҡанатта, бары тигеҙлектә
Ғүмер булһын алда йәшәргә.
Туй көнөгөҙ бөгөн йыйылышып
Беҙ ҡайтабыҙ әтей, әнейгә.
Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн
Ғүмер биргән өсөн һеҙ беҙгә!
Аҡ бәхеттәр теләйбеҙ һеҙгә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарығыҙ, кейәүҙәрегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:
Читайте нас: