Бөтә яңылыҡтар

Тыныс булһын күңелең

Таймаҫ ауылы һылыуы Гөлдәр Ғәли ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВАны күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым.

Тыныс булһын күңелең
Тыныс булһын күңелең

Ҡәҙерлем, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын! Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һиңә бәхет, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуанысың торһон урғылып.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәһим.

Автор:
Читайте нас: