Бөтә яңылыҡтар

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә

Рәмил ЯЛСЫҠАЕВты ҡотлайбыҙ!

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә

Яҡут ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәмил Зәкәриә улы ЯЛСЫҠАЕВты матур 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ оҙак йылдар Киров исемендәге ауыл хужалығында эшләп хеҙмәт даны ветераны исеме алып, хаҡлы ялға сыҡты. Хәҙерге көндә өс улының, килендәренең ейән-ейәнсәрҙәренең хөрмәтенә күмелеп гөрләтеп донъя көтә. Беҙҙең яҡыныбыҙ тоғро тормош иптәше, хәстәрлекле, ярҙамсыл атай, яратҡан олатай ҙа ул.
Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һиңә киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡтар теләйбеҙ, гел шулай аҡыллы, ярҙамсыл, тырыш, киң күңелле булып ҡал.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡтар ғына биләһен.
Сәләмәтлек ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Ҡотлау сәләмдәре менән тормош иптәшең Эльвера, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: